****************************************************************************************************

яңылыҡтар * новости

****************************************************************************************************

****************************************************************************************************

Хәрби-патриотик сарала ҡатнаштыҡ.

20 февраль көнө Уральск ауылы мәктәбе-нең спортзалында хәрби марш һәм строй йыры конкурсында ҡатнаштыҡ. Бында беҙҙән 2 - 4 класс уҡыусыларынан торған йыйылма төркөм сығыш яһаны. Төркөм командиры итеп Алһыу Ҡотоева тәғәйен-ләнгәйне. 

Шулай итеп, зона мәктәптәре араһында беҙҙең төркөм 3-сө урын яулап ҡайтты. АФАРИН!  

"Дорогами творчества" зона фәнни тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнаштыҡ.

   Конкурс 8 февраль көнө Уральск мәктәбе базаһында ойошторолдо. Бында беҙҙең мәктәптән ике уҡыусы, 3 кластан Айлина Ғәлиуллина менән 4 кластан Алһыу Ҡото-ева, ҡатнашып махсус номинацияла еңеү яуланы. А. Ғәлиуллинаның ғилми эше "Со-раман ауылының топонимик объекттары тарихы" тип аталһа, А. Ҡотоеваның ғилми эше "Зөбәйҙә Ҡәләмованың "Бүреләр" аймағы китабына презентация" тип аталды. 

НАШИ ДОСТИЖЕНИЯ

Коллектив учащихся начальных классов – 1 место в муниципальном конкурсе детского творчества «Только смелым покоряется огонь» (2016);

Азизова Зария – активное участие в конкурсе рисунков «Я люблю Учалы» (2017);

Кутуева Алсу – 1 место в зональном этапе конкурса юных сказителей «Здравствуй, здравствуй, сказка!» (2016),

– 3 место на муниципальном этапе республиканского конкурса «Здравствуй, здравствуй, сказка!» (2016),

 – 3 место на муниципальном этапе республиканского конкурса юных сказителей и исполнителей башкирского народного эпоса «Урал батыр» (2016),

– активное участие в культурно-развлекательной программе «Фолькджем: навстречу Всемирной Фольклориаде - 2020» в рамках Всероссийской музей-ной акции «Ночь музеев - 2017»,

– активное участие в конкурсе рисунков «Я люблю Учалы» (2017),

– 3 место на муниципальном этапе республиканского конкурса «Пою мою Республику» (2017).

- лауреат конкурса исполнителей эстрадной песни «Голос. Дети. Учалы» (2017)

Кутуева Лидия – 3 место в конкурсе рисунков «Я люблю Учалы» (2017);

Гарипова Ляйсан  – активное участие в муниципальном конкурсе творческих работ «Дети выби-рают безопасность» в номинации «Рисунок»;

Ямалова Алсу – 2 место на муниципальном этапе республиканского конкурса «Пою мою Республику» (2017).

Ҡыҫҡаса яңылыҡ

* Ҡышҡы каникулдар 31 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем дауам итә. Каникул ваҡытына бала-лар өсөн төрлө күңел асыу саралары үткәреү планлаштырылған. Мәҫәлән, һүрәттәр кон-курсы, саф һауала шыршы янында уйындар, спорт ярыштары һ.б.

ЯҢЫ 2018 ЙЫЛДЫ ҠАРШЫЛАЙБЫҘ!

Яңы йыл тамашаһына әҙерлек бер ай алдан уҡ башланды. Тәүҙә темаға ярашлы төрлө бәйге-конкурстар үт-кәрелде. Бынан тыш "Минең Яңы йылым" тип аталған һүрәттәр кон-курсы, өй тирәһендә ҡарҙан эшлән-гән фигураларға бәйге иғлан ител-де. Өр-яңы сценарий, яңы ҡатна-шыусылар, яңы уйын-ярыштар әҙер-ләнде. Ҡыш Бабай тоғона, күстәнәс-бүләктәргә аҡса йыйыу мәсьәләһе лә бик яҡшы хәл ителде. Яңы йыл маскарады 29 декабрь көнө мәктәп спортзалында ойошторолдо.   

Ҡыҫҡаса яңылыҡ

* Мәктәп спортзалының иҙәненә бәшмәк төшөү сәбәпле унда физкультура дәрестәре ва-ҡытлыса туҡтатылды. Хәҙерге ваҡытта район хакимиәте ярҙамы менән Учалы ҡалаһынан подрядсы бригада унда иҙән таҡтаһын яңыртыу эштәре алып бара. Подрядчиктар белдереүенсә, спортзал иҙәне Яңы йыл байрамына файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Ю.А. Гагарин исемендәге Кубокка Респуб-лика Олимпиадаһының мәктәп этабында мәктәбебеҙҙең 1 - 4 кластарынан барлығы 12 уҡыусы ҡатнашты. 2 - 3 кластар Мате-матика, Окружающий мир һәм Рус теленән яҙма эш башҡарһа, 1 кластарға Полиолим-пиада ойошторолдо. Муниципаль этапҡа 9 уҡыусы еңеүсе булып үтте. Улар 2018 йылдың февралендә район күләмендә мәктәп намыҫын яҡлаясаҡ. 

Әсә көнө

Йылдағы традицияға тоғролоҡ һаҡлап, беҙ быйыл да Әсә көнөнә матур сара үткәрҙек.

Башта әсәләргә мәктәптә уҡыу-уҡытыу то-рошо, уҡыусыларға ҡағылышлы мәғлүмәттәр биреп үтелде. Һорауҙар ашханалағы көндәлек туҡланыу, уҡыу планының үҙгәреше һ.б. ҡағылды. Артабан әсәләргә бай йөкмәткеле концерт менән бер рәттән "Балаға исем ҡушыу" фольклор йолаһы күрһәтелде. Концерт тамашаһында, һәр ваҡыттағыса, мәктәпкәсә йәштәге төркөм һәм башҡа класс уҡыусылары менән клуб хеҙ-мәткәре И. Ямалова һәм беҙҙең һәр бер мә-ҙәни сараларҙың үҙәгендә булыусы Динә Ҡотоева актив ҡатнаштылар. Сара һуңынан сәй табыны ойош-торолдо.

Күсмә методик берекмә ултырышы

23 ноябрь көнө беҙҙең мәктәптә Озёрный зонаһына ҡараған мәктәптәрҙәге башланғыс кластар уҡытыусыларының "Развитие и воспитание школьников средствами учебных предметов и внеурочной деятельности" тип аталған күсмә семинары ойошторолдо. Бын-да Озёрный, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Мәҫкәү, Наурыҙ ауылдарынан башланғыс класс уҡытыу-сылары ҡатнашты. Ултырыштың беренсе өлөшөндә семинарҙа ҡатнашыусылар И.М. Са-фиуллин менән З.А. Ҡотоеваның дәрестәрен ҡараны, уҡыу процесында балаларҙың эш-мәкәрлеген күҙәтте. Киләһе өлөштә ҡунаҡтарға уҡыусыларыбыҙ тарафынан әҙерләнгән "Балаға исем ҡушыу" фольклор йолаһы күрһәтелде. 

Ҡыҫҡаса яңылыҡтар

* Быйылғы уҡыу йылында эксперимент рәүешендә башланғыс мәктәптәрҙә 5 көнлөк уҡытыу графигы керетелә.

* Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә Башҡорт теле дәрестәренең эш сәғәттәре ҡыҫҡарҙы.

* Октябрь аҙаҡтарында беҙҙең зонаға Рособрнадзорҙан инспектор тикшереүе киләсәк.

* 23 ноябрь көнө беҙҙең мәктәптә Озёрный зонаһына ҡараған мәктәптәрҙәге башланғыс кластар уҡытыусыларының "Развитие и воспитание школьников средствами учебных предметов и внеурочной деятельности" тип аталған күсмә семинары ойоштороласаҡ.

* Уҡыу йылы башынан мәктәп ашханаһында туҡланыу аусторсинг системаһына күсе-релде.

* Тәүге сиректәрҙән үк муниципаль һәм республика күләмендә үткәреләсәк "Дети выбира-ют безопасность", "Пою мою Республику", "Мой родной край" конкурстарында һәм Гага-рин исемендәге Кубокка республика олимпиадаларында ҡатнашыу көтөлә. 

Беренсегә - беренсе тапҡыр!

Яңы уҡыу йылын тантаналы рәүештә матур линейка менән башлап ебәрҙек. Былтырғы уҡыу йылында мәктәбебеҙҙе 3 уҡыусы тамамлап сыҡһа, хәҙер улар урынын 1 класҡа килеүсе дүрт бала тулыландырҙы. Улар: Әфтәхов Арсен, Байтимеров Арслан, Юлмөхә-мәтов Әбделмәжит һәм Ямалов Илсур. Уларға тик тырышып белем алыу, ҙур уңыштар, аҡ юл, иҫәнлек-һаулыҡ теләйек. Линейканан һуң беренселәр үҙҙә-ренең уҡытыусыларына эйәреп тәүге дәрескә рәхим иттеләр. Быйылғы класс сәғәттәренең темаһы "Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү" тип аталды.  

2017-2018 уҡыу йылы

СЫҒАРЫЛЫШ - 2017

   Бөгөн беҙгә күнелле лә һәм бер аҙ яманһыу ҙа. Күнелле, сөнки башланғыс мәктәпте та-мамлауҙы байрам итәбеҙ, яманһыу, сөнки уҡыусыларыбыҙ мәктәп менән хушлаша. Бы-йылғы сығарылышта 4 класс (етәксеһе И.М. Сафиуллин) уҡыусылары: Солтанова Әлфи-нур, Хәйруллина Айһылыу һәм Хәйруллина Әсилә башланғыс мәктәпте тамамланылар. Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнән дә бер сыға-рылыш булды. Унан Ямалов Илсур киләһе уҡыу йылында беренсе класс уҡыусылары рәтен тулыландырасаҡ. Сығарылыш "ҡарлуғастарына" талмаҫ ҡанаттар, аҡ юлдар теләйек! 

Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына арналды.

   Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына арналған байрам сараһы ауыл үҙәгендә урынлаш-ҡан обелиск янында тантаналы митингтан башланды. Иртә менән һалҡынайтып, ям-ғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан бында йәше-ҡарты берҙәм йыйылғайны. Мәктәп уҡыусылары әҙерләгән монтажға ҡушып мәғариф ветерандары Зөбәйлә һәм Зин-нур Ҡәләмовтар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар тураһында мәғлү-мәттәр еткерҙе. Ауыл биләмәһе башлығы И. Килмөхәмәтов байрам менән ҡотлап үтте. Обелискка сәскәләр һалғас, яуҙа һәләк бул-ғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Байрам тантанаһы артабан мәктәптә дауам итте. Бында үҙешмәкәр артистар тарафынан "Әсәләр көтәләр улдарын" спектакленән өҙөк сәхнәләштерелде, матур концерт күрһәтел-де. Аҙаҡ ололар һәм килгән ҡунаҡтар өсөн сәй табыны ойошторолдо. 

Ата-әсәләр йыйылышы.

  Яҙғы каникулдарҙы артта ҡалдырып, иң һуңғы дүртенсе сиреккә лә аяҡ баҫтыҡ. Алда бик ҡыҫҡа, әммә үтә лә яуаплы, хәл иткес ваҡыт ҡалды. 1, 2, 3 класта уҡыусы-лар ғәҙәттәге контроль эштәр тапшырһа, сығарылыш синыфы булыусы 4 кластар Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен (ВПР) эшлә-йәсәк. Унан инде май байрамдарын үткә-реү, уҡыу йылын уңышлы тамамлау, йәйге ремонт эштәрен ойоштороу, шулай уҡ көҙ миҙгелендә көтөләсәк Рособрнадзор тик-шереүҙәренә әҙерлек һәм башҡа бик күп төрлө эш-мәшәҡәттәр көтөп тора. 

  Бына ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды сираттағы ата-әсәләр йыйылышында. Баш-та мәктәп тормошо, уҡыусыларҙың өлгәше, дөйөм күрһәткестәр тураһында ҡыҫҡаса мәғ-лүмәттәр биреп үтелде. Унан йөрәкте өйкәп торған актуаль мәсьәләләргә баҫып яһалды. Шуларҙың береһе киләсәктә мәктәпте һаҡлап ҡалыу, уҡыусылар һанын кәметмәү, көтөлә-сәк тикшереүҙе имен-аман үткәреү проблемалары булыр.

Бөтәгеҙ ҙә өмәгә!

 Бөтә ил буйынса йәшелләндереү һәм тө-ҙөкләндереү өмәләре иғлан ителде. Был өмәләргә беҙ ҙә ихлас ҡушылдыҡ. Уҡыу-сылар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙә-ре һәр аҙнаның планға ярашлы билдәлән-гән бер көнөндә был дөйөм эшкә сығырға бурыслы. Тәүге өмә эштәрен уҡыусылар башлап ебәрҙе инде. Улар күмәкләшеп тиҙ арала мәктәп урамын, эргәләге объекттар тирәһен ҡый-һайҙан таҙартып сыҡты. Әй-тергә кәрәк, уҡыусыларыбыҙ бер эштән дә ҡурҡмай, киреһенсә шундай эштәргә ихлас кү-ңел менән атлығып торалар. Уларҙың шулай эшһөйәр булып үҫеп килеүҙәре ҡыуандыра.

Ҡоштарҙы ҡаршылап.

 Мәктәптә әленән-әле төрлө темаға матур һәм әһәмиәтле саралар уҙғарылып тора. Әле бына быйыл иғлан ителгән Экология йылына арналған дәрестән тыш саралар циклы дауам итә. Шундайҙарҙың береһе Ҡоштар көнөнә конкурс аҙналығы тип бил-дәләнгән. Аҙналыҡ талаптарына ярашлы, "Иң матур ҡош ояһы" һәм "Ҡоштар - беҙ-ҙең ҡанатлы дуҫтар" һүрәттәр конкурста-ры үткәрелде. Комиссия еңеүселәрҙе бил-дәләү эше менән мәшғүл. Еңеүселәр ай-лыҡ барышында асыҡланасаҡ һәм лайыҡлы бүләктәр алып ҡыуанасаҡ. 

ГТО нормативтарын тапшырҙылар.

Физкультура - мәктәптә уҡыусыларҙың иң ярат-ҡан фәндәренең береһе. Әлбиттә, бында баш баҫып парта артында ыҙаланып ултырырға кә-рәкмәй, һәр ваҡыт хәрәкәттә булаһың, тиҫтер-ҙәрең менән көс һынашаһың һәм рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнайһың. Икенсенән, спорт физик яҡтан үҫешкә лә ыңғай йоғонто яһай.

Яңыраҡ уҡыусыларыбыҙ ГТО нормативтарын тапшырҙы. Уҡытыусылары Раушания Ғәзизйән ҡыҙы һәм класс етәкселәре уларға ГТО һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләне. Һуңынан уҡыусылар "Нимә ул ГТО?" тигән һорауға үҙ фекерҙәрен белдереп, стена газетаһы сығарҙылар.

Ҡышты оҙатыу байрамында ҡатнаштыҡ.

  Яңыраҡ ҡына беҙ Наурыҙ байрамында ҡатнаштыҡ. Клуб мөдире Илзидә Ямалова бик үҙенсәлекле сценарий әҙерләгән.

Бына барыһы ла түҙемһеҙләнеп байрам хужаһы Наурузбикә килеүен көтә. Ләкин көтмәгәндә санаға Ҡышбикәне ултыртып Шайтан килеп сыға һәм яҙҙың килмәйәсәген хәбәр итә. Балалар һәм ололар быға ышанмай һәм саҡырылмаған ҡунаҡтар менән етди алышҡа керешә. Шайтан менән Ҡышби-кә ҡуйған барлыҡ һынауҙарҙы ла улар берҙәм рәүештә үтәп сыға. Ахыр сиктә Ҡышбикә еңелеүен танырға мәжбүр була һәм Наурузбикәне йәшергән еренән сығара.

Байрам артабан күңелле уйындар, йыр-моң менән дауам итте. Бер ситтә тамашасылар тәмле ҡоймаҡ-бәлештәр, ҡайнар сәй һәм буҙа менән һыйланды. Берәүҙәр үҙҙәре әҙерләгән тәм-том менән һатыу итеп аҡса эшләне.  Кемдәрҙер иҫтәлеккә фотоға төшөп маташты. Һуңынан ҡышты оҙатыу билгеһе итеп ҡарасҡы яндырылды. Балалар ҙа, ололар ҙа уның тирәләй йырҙар йырлап, дәртле көйгә бейене, изге теләктәрен теләне. Театрлаштырылған тамашала Динә Ҡотоева (Шайтан), Нурия Хисамова (Ҡышбикә), Зөлфиә Шәрипова (Наурузбикә) үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы. Уҡыусыларҙың вокаль ансамбле, «мәктәп һандуғасы» – «Голос. Дети. Учалы» бәйгеһе лауреаты Алһыу Ҡотоева менән уҡытыусы Ишдәүләт ағайыбыҙ байрамда ҡатнашыусыларға моңло йырҙарын бүләк итте. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар иһә татлы приздар алып ҡыуанды.

 

Һүҙҙе йомғаҡлап, ошо сараны ойоштороп үткәреүгә бар көсөн һалған И. Ямаловаға, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән ауылыбыҙҙың хөрмәтле ил инәһе Маһикарам Ҡәләмоваға һәм башҡа иптәштәргә ҙур рәхмәт белдерге килә. Уларҙы яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ, эштәрендә-тормоштарында тик уңыштар, ғаилә бәхете һәм ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.

8 март байрамына концерт

  Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө һәм уҡыусылар көсө менән 8 март-Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар кө-нөнә бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде әсәй-өләсәйҙәргә. Концерт матур шиғырҙар, дәртле йыр-бейеүҙәр менән аралашып алып барылды. Һуңынан балалар әсәй-өләсәйҙәренә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләк-тәрен тапшырҙы. Байрам концертынан барыһы ла бик ҡәнәғәт булғандыр тип ышанғы килә.

ХУШ БУЛ, ӘЛИФБА!

  Беренсе класс уҡыусылары үҙҙәрен белем тауҙарына саҡырған тәүге китап - Әлифба ме-нән хушлашыу байрамын үткәрҙе. Ярты йыл эсендә был китап уларға күп кенә белем серҙә-рен асты, киләсәккә юл күрһәтте. Артабан бәлә-кәстәр икенсе тупһаға артыласаҡтар.

Байрам сараһы матур шиғырҙар, сәхнәләште-реүҙәр, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Уҡыусы-лар төрлө яҡтан үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, дәрт-ле уйындар уйнаны. Тамаша ҡылырға уларҙың ата-әсәләре лә килгәйне, улар ҙа сарала актив ҡатнаштылар. Байрам барыһының да күңеленә хуш килде. Әлифба менән хушлашыу уҡыу тамамланыуҙы аңлатмай. Алда бәләкәстәрҙе яңынан-яңы китаптар, яңынан-яңы һынауҙар, яңынан-яңы уңыштар көткәнен онотмайыҡ.

"Йыл уҡытыусыһы"нда - беҙҙекеләр!

"Йыл уҡытыусыһы - 2017" муниципаль һөнәри конкурсында ҡатнашып, коллегабыҙ Сафиуллин Ишдәүләт Мөхтәр улы, дипло-мант исеменә һәм 5000 һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Быйылғы конкурс ике этаптан ойошторолоп, уның бе-ренсеһе дистанцион рәүештә мәктәбебеҙҙә үткәрелде. Килә-һе этап Учалы ҡалаһында махсус комиссия алдында булды.

Уға эшендә тик уңыштар, яңы үрҙәр, ғаилә именлеге һәм ныҡ-лы һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ.

Күңелле зарница.

Ватан һаҡсылары көнөнә арналған саралар ауыл масштабында ла дауам итте. Шундайҙар-ҙың береһе байрам ялы көндәренең береһендә ойошторолған Зарница уйыны булды. Был са-рала ололар менән балалар берҙәм ҡатнашты. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм балалар ике командаға бүленеп, шау-гөр килеп "йәшерелгән минаны эҙләү", флаг өсөн алышыу, яралыға тәүге ярҙамды күр-һәтеү кеүек төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Был сәмле ярыштарҙа моғайын һәр кем үҙен ысын һалдат һәм ил һаҡсыһы итеп тойғандыр.  

Буласаҡ Ватан һаҡсылары көс һынашты.

   Ватанды һаҡлау һәр ир-аттың мотлаҡ бу-рысы һанала. Патриотик тәрбиә биреү мәктәп тупһаһынан уҡ башлана. Физкуль-тура дәрестәре, төрлө спорт бәйгеләре ба-лаларҙы физик яҡтан нығытыу менән бер рәттән әкренләп-әкренләп уларҙы хәрби тормошҡа әҙерләй ҙә инде.

   Ошо көндәрҙә генә мәктәбебеҙҙә үткәрел-гән "Йәгеҙ әле, егеттәр!" хәрби-спорт сара-һы ла Ватан һаҡсылары көнөнә арналғай-ны. Бында уҡыусылар ике командаға бүле-неп, төрлө йүгереш эстафеталарында, көс һынашыу ярыштарында ҡатнашты. Малайҙар-ҙың "Матростар" командаһына ҡыҙҙарҙың "Һалдаттар" тип исемләнгән командаһы ҡар-шы сығыш яһаны. Командаларҙың визиткаһынан һуң спорт ярыштары башланып китте. Буласаҡ ил һаҡсылары бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп сыҡты. Һөҙөмтәлә малайҙарҙы саҡҡа ғына артҡа ҡалдырып ҡыҙҙар еңеп сыҡты. Афарин уларға! Ошо тәңгәлдә команда-ларҙы ярышҡа әҙерләгән класс етәкселәренә һәм сараны ойоштороусы физкультура уҡы-тыусыһы Раушания Ғәзизйән ҡыҙы Ишморатоваға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

ХУШ КИЛӘҺЕҢЯҢЫ ЙЫЛ!

 Бына, ниһайәт, балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә һағынып көтөп алған иң яратҡан, иң күңелле байрамдарының береһе - Яңы йыл яҡынлашты. Балалар өсөн ул айырыуса Ҡыш бабайҙың ма-тур бүләктәре, тәмле күстәнәстәре, йәшел шыр-шы янында шау-шыулы уйындары һәм, әлбит-тә, оҙайлы ҡышҡы каникулдары менән шатлыҡ-лы була.  

 28 декабрь көнө мәктәп спортзалында Яңы йыл иртәлеген үткәрҙек Театрлаштырылған тамаша-ла ата-әсәләр Әтәс, Айыу, Төлкө, Кәзә, Маймыл кеүек әкиәт геройҙары булып ҡатнашты. Бала-лар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡулдарынан матур-матур бүләктәр, тәмле-татлы күстәнәстәр алып һөйөндө, шау-гөр килеп шыршы янында төрлө уйын-бәйгеләрҙә көс һынашты. Байрамдан барыһы ла бик ҡәнәғәт булып таралышты. Һүҙ уңайында ошо байрам иртәлеген үткәреүҙә ихлас ярҙам күрһәткән ата-әсәләр комитетына мәктәп етәкселеге исеменән оло рәхмәт белдерәбеҙ. Яңы 2017 йыл менән ҡотлайбыҙ һеҙҙе!    

Уңыштар һиңә, Алһыу!

 Уҡыусыбыҙ Алһыу Ҡотоеваны «мәктә-бебеҙ һандуғасы» тип хаҡлы рәүештә атап йөрөтәбеҙ. Сөнки ул үҙе бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан моңло итеп оҫта йырлауы менән дан алған. Уҡыуҙа ла һынатмай, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Әле яңыраҡ ҡына ул «Голос. Дети. Учалы» проектында ҡатнашып, ике турҙы ла уңышлы үтеп сыҡты. Алда уны яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр көтә. Беҙ кескәй йырсыбыҙға тик уңыштар ғына теләйбеҙ.

 

Һүрәттә: Алһыу Ҡотоева алғы рәттә уңдан беренсе

Ауылдашыбыҙ рухы шат булһын.

 

  Мәктәбебеҙ хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, уҡыусылар "үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай", әленән-әле төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып тора. Бына яңыраҡ ҡына ауылдашыбыҙ, арҙаҡлы ғалим, күренекле тел белгесе Ишмөхәммәт Ғәләүетдинов иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһен бергәләп ойоштороп үткәрештек. Бында төп инициатор хаҡлы ялдағы ветеран-уҡытыусы Зөбәйлә Ҡәләмова булды. Беҙҙең тарафтан уға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелде. Уҡыусыларыбыҙ И. Ғәләүетдиновтың бала сағын сәхнәләштерҙе, ул ижад иткән бәйет-мөнәжәттәрҙе башҡарҙы. Уҡытыусылар ауылыбыҙ яҙыусылары тураһында стендтар эшләне, музейға таҡтаташ ҡуйыуҙа, кисәне үткәрешеп ебәреүҙә ҡатнашты, ҡунаҡтарға мул табын әҙерләне. Хәтер кисәһе барыһының да күңеленә хуш килде.  

КӨҘГӨ МУЛЛЫҠ БАЙРАМЫ.

  Көҙ - баҡсаларҙан мул уңыш алған осор. Һәр кем йәй буйы әсе тирен түгеп, бар тырышлығын һалып үҫтереп алған байлығын йыйып алып ҡыуана һәм ошо ҡыуанысын башҡалар менән уртаҡлашырға теләй. Ошо байлыҡ-муллыҡ ҡы-уанысын уртаҡлашыр өсөн йәрминкәләр тап ҡу-лай сара булып тора ла инде.

   Мәктәптең спортзалында уҙғарылған йәрмин-кәлә балалар ҙа, ололар ҙа бик теләп ҡатнашты. Һәр береһе үҙ "тауарын" ҡулайлы хаҡҡа һатып ҡалырға тырышты. Ассортимент бик бай ине. Емеш-еләктәрҙән әҙерләнгән компот-һуттарҙан башлап, йәшелсә салаттары, төрлө бәлештәр, ҡайнатмалар, ҡайнар сәй һ.б. Ҡыҫҡаһы, өҫтәлдәрҙә быйылғы көҙҙөң мул байлығы ысын мәғәнәһен-дә күҙҙең яуын алып сағыла ине.

 Йәрминкәнең артабанғы өлөшөн уҡыусылар, һәүәҫкәр артистар, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт дауам итте. Тамашасылар күңеленә айырыуса сәх-нәләштереп күрһәтелгән киң билдәле "Шалҡан" әкиәте хуш килгәндер. Барыһы ла был саранан бик ҡәнәғәт булып таралышты.

Буласаҡ уҡытыусылар.

   Йыл һайын Уҡытыусылар көнө алдынан мәктәптәрҙә "Дублерҙар көнө" үткәреү матур бер йолаға әүерелгән. Быйыл да ул беҙҙә ойошҡанлы үтте. Был юлы ла беҙгә үҙҙәрен уҡытыусы ролендә һынап ҡарарға Озёрный мәктәбенән дублерҙар килде. Улар дәрестәргә бик ентекле әҙерләнеп, бөтә ҡуйыл-ған бурыстарҙы еренә еткереп үтәнеләр һәм шуның менән уҡыусы балаларҙың иң яҡын дуҫтары булып танылдылар. Дублер дәрестәрендә балалар бик актив ҡатнашты, "яңы уҡытыусылары" ме-нән төрлө мауыҡтырғыс уйындар уйнаны, күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төштө. Был көн барыһының да күңеленә хуш килгәндер тип уйлайбыҙ.   

                Һаулыҡ - ҙур байлыҡ!

 Спорт - һаулыҡ нигеҙе. Балаларҙың физик һәм мораль үҫешендә ул хәл иткес роль уйнай. Сәләмәт йәшәү рәүе-шен пропагандалау маҡсатында үткәрелә лә инде уҡыу учреждениеларында "Һаулыҡ көн"дәре. Быйыл был са-ра "Милли кросс" спорт ярыштары сиктәрендә ойошто-ролдо. Физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы Раушания Ғә-зизйән ҡыҙы Ишмөхәмәтова 1 - 4 класс уҡыусылары өсөн туризм, дарыу үләндәрен танып белеү, ашығыс ярҙам күрһәтеү һ.б. һынауҙар әҙерләгән ине. Уҡыусы-лар командаларға бүленеп был һынауҙарҙы уңышлы үтте, һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Сара эстафета ярыштары менән тамамланды. Еңеүселәргә Маҡ-тау грамоталары тапшырылды.  

Ата-әсәләр йыйылышы.

 Йылдағыса, уҡыу йылы башының тәү-ге аҙналарында ата-әсәләр йыйылы-шы үткәрелә. Быйылғы яңы уҡыу йы-лында был йыйылыш башҡалар өсөн ғәҙәти булһа ла, беренсе класс уҡыу-сыларының ата-әсәләре өсөн яңыһы булғандыр. Бында үткән уҡыу йылы-ның һөҙөмтәләренә, йәйге ремонт эш-тәренә ҡыҫҡаса байҡау яһап үтелде. Артабан яңы уҡыу йылына пландар, бурыстар менән таныштырылды. Балаларҙы ашатыу мәсьәләләренә айырым ба-ҫым яһалды. Көндән-көн тиерлек аҙыҡ-түлеккә артҡан хаҡтар мәктәп ашханаһына ла  ҡағыла. Шунлыҡтан быйыл айлыҡ иғәнә күләмен 300 һумдан тип билдәләргә тура килә. Бынан тыш, берәр биҙрә картуф тапшырыу бурысы ла ҡуйылды.    

   Аҡ юл һеҙгә, бәләкәстәр!

Яңы уҡыу йылын яңы дәрт менән башлап ебәрҙек. Былтырғы йылда мәктәбебеҙ 4 уҡыусыһын оҙатһа, быйыл улар урынын беренсе класҡа килеүсе 8 уҡыусы тулыландырҙы. Белем көнөнә арналған байрамда улар тәүге уҡытыусыһы Зөлфиә Әбрәр ҡыҙы менән осрашты һәм тантананан һуң ата-әсәләр, килгән ҡунаҡтар менән бергәләп беренсе класс сәғәтенә рәхим иттеләр. Аҡ юл һеҙгә, беренсе кластар!

***************************************************************************************************************

***************************************************************************************************************

2016-2017 уҡыу йылы

***************************************************************************************************************

***************************************************************************************************************

"Ҡарға бутҡаһы" байрамы

1 июнь -Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата.

 Йыл да ҡабатланып килеүсе матур традицияға тоғролоҡ һаҡлап, быйыл ауылдың ҡатын-ҡыҙ-ҙар советы балалар өсөн "Ҡарға бутҡаһы" бай-рам сараһын ойошторҙо. Сарала мәктәп хеҙ-мәткәрҙәре лә ихлас ҡатнашты. Байрам сара-һы балалар һәм ололар өсөн әҙерләнгән йүге-реүле спорт ярыштарынан, ҡыҙыҡлы һәм ма-уыҡтырғыс уйындарҙан һәм, әлбиттә, тәмле лә туҡлыҡлы ла бутҡанан тәм ҡылыуҙан торҙо.

**************************************************************************************************************

**************************************************************************************************************

*** УРА, КАНИКУЛДАР!!! *** УРА, КАНИКУЛДАР!!! ***

**************************************************************************************************************

**************************************************************************************************************

Һуңғы ҡыңғырау.

 Шаулап-гөрләп, һиҙелмәйенсә генә быйылғы уҡыу йылы ла үтеп китте. Алда барыбыҙҙы ла ғәмһеҙ йәйге каникулдар көтә. Уҡыусылар был мәлде түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Айырыуса, "Һуңғы ҡыңғырау" байрамын.

Быйыл сығарылыш класын дүрт уҡыусы: Ҡотоева Филзиә, Мәсәлимов Илсур, Хисамов Нурислам, Хужина Эльвира тамамлай. Уларҙы уҡытыусы апайҙары З. Ҡотоева, Р. Ишморатова, Ш. Шәкирйәнова, ата-әсәләре, әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре һәм тиҫтерҙәре тәбрикләне. Сығарылыш класын тамамлаусылар быйыл беренсе тапҡыр математика, рус теле һәм тирә-яҡ донъя фәндәренән Дәүләт имтиханы тапшырҙы. Әйтергә кәрәк, һөҙөмтәләр яҡшы кимәлдә баһаланды.     Башланғыс мәктәпте тамамлаусылар өсөн был "Һуңғы ҡыңғырау" әле һуңғыһы түгел.  Алда уларҙы яңынан-яңы үрҙәр, яңы уңыштар көтәсәгенә шик юҡ. 

Бөйөк Еңеүгә - 71 йыл.

 Изге традицияға тоғролоҡ һаҡлап, быйыл да Бөйөк Еңеүгә арналған байрам сараһын ойошҡанлы үткәреү өсөн мәктәбебеҙ коллективы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә етди әҙерләнде. Билдәләнгән көндө бар халыҡ ауылыбыҙ үҙәгендә урынлашҡан обелиск янына йыйылды. Бында ҡыҫҡаса митинг, байрам мон-тажы һәм обелискка сәскәләр, веноктар һалыу процес-сияһы башҡарылды. Артабан байрам тантанаһы мәк-тәптә дауам итте. Бында ауыл оҫталары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт һәм "Өс хат" кино-спектакле тамашасылар хөкөмөнә сығарылды. Байрам сараһы мәктәп ашханаһында сәй табыны менән тамамланды.  

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

  Уҡыу йылы тамамланыуға ла бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Тиҙҙән ремонт эштәре, мәктәпте киләһе уҡыу йылына әҙерләү буйынса мәшәҡәттәр ҙә күбәйер. Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы хәл итеү маҡсатында мәктәптә сираттағы ата-әсәләр йыйылышы уҙғарылды. Бында ремонт өсөн күпменән аҡса йыйыу, ремонт эштәрен нисек ойоштороу, йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү, ағымдағы йылдың уҡыу буйынса өлгәш-сифат һөҙөмтәләренә байҡау яһалды. 

Хуш, Әлифба! 

 Беренсе класта уҡыусылар "Әлифба" менән хушлашыу байрамы үткәрҙе. Бай-рамға ҡунаҡҡа уларҙың ата-әсәләре, башҡа класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар саҡырылғайны. Байрам кисәһе ҡыҙыҡлы йәғни беренселәргә ҡоролған бәйгеләргә ҡоролған ине. Кисәгә Әлифба, Туған тел персонаждарының ҡунаҡҡа килеүе, бала-ларҙың әкиәт сәхнәләштереп күрһәтеүе йәм өҫтәне. 

  Ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа беренселәр матур итеп уҡырға, яҙырға өйрәнеү өсөн барлыҡ көстәрен һалды. Әле алда уларға тағы ла бик күп нәмәгә өйрәнәһе лә, өйрәнәһе бар. 

8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап

 Был датаға арнап мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙар өсөн КВН бәйгеһе үткәрелде. 1-4 класс ҡыҙҙары КВН-ға бик етди әҙерләнгәндәр: үҙаллы концерт номерҙары күрһәтеүҙә, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға тапҡыр яуаптар ҡайтарыуҙа, мода дефилеһында ҡатнашыуҙа бер команда ла бирешергә теләмәне. Тамаша ҡылыуға килгән әсәләр ҡыҙҙарының сығыштары өсөн һәр яҡлап борсолоп тә, дәртләнеп тә алҡышлап ултырҙылар.   

Етеҙерәк! Бейегерәк! Көслөрәк!

Ватан һаҡсыһы бар яҡтан да етеҙ, көслө һәм таҫыллы булырға тейеш. Был малайҙарға ғына түгел, ә ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Бигерәк тә хәҙерге заманда. Ошоно күҙ уңында тотоп, мәк-тәбебеҙҙә етеҙлектә, көслөлөктә "иң-иңдәрҙе" билдәләү буйынса спорт ярыштары үткәрелде. Физик культура уҡытыусыһы Раушания Ғәзизйән ҡыҙы балалар өсөн төрлө көс һынашыу бәйгеләре әҙерләгән. Был ярыштар бер яҡтан физик әҙерлек кимәлен тикшереү булһа, икенсе яҡтан ысын мәғәнәһендә күңелле ял минуттары булды. 

Ватан һаҡсылары көнө менән!

Атайҙар өсөн Ватан һаҡсылары көнөнә арналған матур байрам сараһы үткәрҙек, уларға бай йөкмәткеле концерт күрһәттек. Уҡыусылар атайҙарға үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бүләктәрен тапшырҙы. Концерт-ты әҙерләүҙә мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре, 2-4 класс уҡыусылары күп көстәрен һалған. Концерттан һуң атайҙар өсөн сәй табыны ойошторолдо. Байрамдан барыһы ла бик ҡәнәғәт булып таралышты.  

****************************************************************************************************

Яңы Йыл килә !

 

 Яңы Йыл байрамына әҙерлекте дека-брь айы башында уҡ башланыҡ. Иң башта ата-әсәләр йыйылышы ойошто-ролдо. Бында Яңы Йыл байрамына әҙерлек, кулекка күпме аҡса йыйыу һ.б. мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

    25 декабрь көнө балалар өсөн тәүге Яңы Йыл саралары үткәрелә башла-ны. Был көндө улар өсөн лотерея би-леттары уйнатылды. Балалар төрлө-төрлө матур приздар алып һөйөндө. Төштән һуң Ҡыш Бабай менән Ҡарһы-лыу өй беренсә йөрөп, һәр балаға ку-лектар таратты. 

  Мәктәптә балалар өсөн Яңы Йыл мас-карады 29 декабрь көндөҙгө сәғәт 12-лә уҙғарыласаҡ. 

Байрамыбыҙға рәхим итегеҙ!  

 

****************************************************************************************************

Әсәйҙәр көнөнә концерт.

  Традицияға ярашлы, быйылғы ноябрь айы аҙағында ла мәктәбебеҙҙә Әсә көнөнә арналған байтаҡ саралар ойошторолдо. Шуларҙың иң сағыуы моғайын да әсәләр өсөн әҙерләнгән концерт тамашаһы булғандыр. Концертта Зөлфиә Шәрипова етәкселегендәге мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре, башланғыс класс уҡыусылары һәм урындағы клуб мөдире Илзидә Ямалова етәкселегендәге ағинәйҙәр клубы ағзалары актив ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. 

Стартҡа баҫты әсәйҙәр.

  Мәктәбебеҙҙә спортҡа айырым иғтибар бирелгән. Бындағы спорт залының бер ҡасан да буш торғанын күрмәҫһең: әленән-әле төрлө темаларға ярыштар, кистәрен ауыл йәштәре һәм уҡыусылар өсөн футбол, волейбол буйынса үҙ-ара көс һынашыу бәйгеләре даими уҙғарылып тора. Мәктәбебеҙ үҙ ваҡытында районда ғына түгел, республикала һәм хатта Рәсәй кимәлендәге спорт ярыштарында ла алдын-ғылыҡты бирмәгән данлыҡлы спортсылары менән бөтә илгә билдәле тиһәк тә хата булмаҫ.

   Физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы тәжрибәле спорт оҫтаһы Раушания Ишморатова һәр осраҡҡа ярашлы спорт саралары ойоштороп ҡына тора. Был юлы үҙ-ара көс һынашыу келәменә әсәйҙәр сығып баҫты. Был ярыш яҡынлашып килеүсе Халыҡ-ара Әсә көнөнә арналғайны. Бында әсәйҙәр төрлө эстафетала: йүгереүҙә, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереүҙә, билдәле аралыҡҡа ҡуйылған әйберҙәрҙе ташып ярышыуҙа, арҡан тартышыуҙа һ.б. уҙышмаҡтарҙа үҙ көстәрен һынаны.

   Ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ғәҙәттә, көсһөҙ зат тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Әммә ләкин бындай бәйгеләрҙә улар ир-егеттәрҙән ҡалышмауҙарын, ә бәлки ҡайсаҡ уларҙан бер башҡа өҫтөн булыуҙарын да ысын мәғәнәһендә иҫбатланы.   

****************************************************************************************************

Дублёрҙар көнө үтте.

 Уҡытыусылар көнөнә арнап, мәктәбебеҙҙә Дублёрҙар көнө үткәрҙек. Был көндө беҙгә Озёрный ауылы мәктәбе уҡыусылары Азалия Ямалова, Динара Кәлимуллина һәм Марсель Хисамов килде. Улар үҙҙәрен уҡытыусы ролендә һынап ҡараны. Динара 2-се менән 4-се кластарҙы уҡытһа, Азалия менән Марсель 1-се һәм 3-сө кластарҙа "тир түкте". Уйын формаһында булһа ла, өлкән класс уҡыусылары уҡытыусы эшенең ни тиклем дә ауыр, яуаплы, ләкин шул уҡ ваҡытта ни хәтлем ҡыҙыҡлы ла икәнен аңлағандарҙыр моғайын.

    Дәрестәр һуңынан барыһы өсөн дә ауылыбыҙ музейына бәләкәй генә экскурсия ойош-торолдо. Бындай үҙенсәлекле бүләк өсөн музей етәксеһе - ауылдашыбыҙ Зөбәйҙә апай Ҡәләмоваға мәктәп администрацияһы исеменән оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.  

****************************************************************************************************

Мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.

   Баланы уҡытыу-тәрбиәләүҙә мәктәп менән ғаилә үҙ-ара даими тығыҙ бәйләнештә эш алып барырға бурыслы. Шунһыҙ төрлө яҡлап үҫешкән, тормош һынауҙарына әҙер булыусы, киләсәккә аяғында ныҡлы баҫып тора алыусы шәхес әҙерләп сығарыу мөмкин түгел. Юғиһә ҡайһы бер ата-әсәләр, мәктәпкә баламды тапшырҙым да шуның менән вәссәләм, тип бик хаталана. Әйтергә кәрәк, мәктәп баланы бер яҡлы ғына тәрбиәләй. Ә ата-әсәнең даими иғтибары йоғонтоһонда тәрбиә эше тулы рәүешле башҡарыла. Ошо хәҡиҡәтте ата-әсәләр онотмаҫҡа, мәктәп эшенә һәр ваҡыт яҡын булырға мотлаҡ тейештәр.

   Сентябрь башында мәктәбебеҙҙә ойошторолған быйылғы уҡыу йылының беренсе дөйөм ата-әсәләр йыйылышында ошо талаптар тағы ла бер тапҡыр телгә алынып үтел-де. Йыйылышты асып, мәктәп етәксеһе Зөлфиә Ҡотоева үткән уҡыу йылына ҡыҫҡаса байҡау яһаны, ремонт эштәренә туҡталып, башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләре менән таныштырып үтте. Артабан ата-әсәләр комитетының яңы составы һайланды. Алдағы уҡыу йылында торған мәсьәләләргә таянып, көнүҙәк проблемаларға ярашлы мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.    

****************************************************************************************************

   Изге сәғәттә, беренселәр!

 Быйылғы 2015-2016 уҡыу йылын мәктәбебеҙ яңы дәрт һәм яңы көс ме-нән башлап ебәрҙе. Беренсе класҡа 4 уҡыусы, Ғарипова Ләйсән, Хәйруллин Алмас, Шәрипов Рәнил һәм Ямалова Алһыу, ҡабул ителделәр. Уларҙың класс етәксеһе һәм беренсе уҡытыусыһы итеп яңы уҡытыусы Ишдәүләт Мөхтәр улы Сафиуллин тәғәйенләнде.

  Беренселәргә бик бейек һәм бик текә Белем тауҙарына яһаған тәүге аҙымдарында тик уңыштар ғына теләйек. Аҡ юл һеҙгә, бәләкәстәр! 

****************************************************************************************************